Быға тиклем уның көтмәгәндә тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртергә ҡарар итеүе һәм күкрәк эшләтеүе тураһында яҙғайныҡ.
Гөлназ бөгөн үҙен яҡшыраҡ тойоуы хаҡында хәбәр итте. Әммә үҙенең эштәре бик күп булыуын билдәләне, уның командаһы ҙур турне ойошторорға йыйына. Уға тиклем Асаева үҙенең сәхнә костюмдарын үҙгәртергә ниәтләй.
«Әлегә үҙем бер нимә лә эшләй алмайым, ирем Вилдан һәр яҡлап ярҙам итә. Бөтә костюмдарҙы ла үҙгәртергә тура киләсәк, сөнки улар миңә тура килмәйәсәк», — тип уртаҡлашты йырсы.