«Элек был проблема менән ирем яфалана ине. Йәй, яҙ, көҙ һәр ваҡыт аяғыбыҙ тирләп, ныҡ еҫ сыға ине. Ниндәй генә рецептар ҡулланып ҡараманыҡ, спрейҙар, маздар ҙа ярҙам итмәне. Дарыуханала фурацилин алырға кәңәш бирҙеләр. Бер тапҡыр ҡулланғандан ғына аяғым тирләмәй башланы, ә иремдең аяғы һаҫыуы ла бөттө», – тип кәңәш бирә ҡулланып ҡараусылар.
Бының өсөн фурацилинды таблеткаларҙа һатып алығыҙ ҙа, уны 2 литр йылымыс һыуҙа иретегеҙ. Унан фурацилинлы һыуҙы тасҡа ҡойоп, аяғығыҙҙы 10 минут тығып ултырығыҙ. Аяғығыҙҙан һаҫыҡ еҫ бөткәнсе, көн һайын эшләргә ҡушыла.
Фото: Т. АМАНОВ.