Уның улы ғаиләнең терәк-таянысы була: өйҙә ярҙам итә, ҡустыһын хәстәрләгән. Әле ул алғы һыҙыҡта йөрөй, ә әсә кешегә ҡатмарлы операциянан һуң аяҡҡа баҫырға кәрәк.
Ихлас аралашыу барышында яугир әсәһенә даими физик көсөргәнеш кәрәклеге асыҡланған, әммә залға йөрөү мөмкинлеге булмаған. Шуға уға битараф булмаған кешеләр төркөмө ярҙамға килгән. Эшҡыуар Е. Ю. Ханин велотренажер бүләк иткән. Әле яугир әсәһе өйҙә генә һаулығын тергеҙеү менән шөғөлләнә ала. Ирекмәндәр шулай уҡ кәрәкле дарыуҙар, түшәк кәрәк-ярағы комплекты һәм йылытҡыс та алып килгән.
Фото: Т. АМАНОВ.