

Никахты теркәү тантанаһы Тамъян ауылында үткән. Уларҙы Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев ҡотлап, бәхет һәм мөхәббәт теләгән.
Әйткәндәй, яугир мобилизацияның тәүге көнөнән алып хәрби бурысын үтәй.
– Ғаилә ҡороу – һәр кешенең тормошонда мөһим ваҡиға! Тыуған илде һаҡлаусы үҙ ғаиләһе өсөн ышаныслы терәк булһын, улар араһында үҙ-ара мөхәббәт һәм аңлашыу булһын, – тип яҙа Реканс Ямалеев.
Фото: Т. АМАНОВ.