

Бер йомортҡаға 100 г май, 50 г үҫемлек майы, 200–250 мл һыу ҡушып, яҡшылап болғатырға кәрәк. Шуға он өҫтәп, ҡамыр баҫырға.
Эслек өсөн: 1,5–2 кг ит, шунлай уҡ күләмдә, йәғни 1,5–2 кг картуф, өс-дүрт баш һуған, 400 мл һурпа, тәменсә тоҙ, борос.
Әҙерләү: ҡамырҙы икегә бүлеп (бәләкәйерәге ҡапҡас өсөн ҡала) 4–5 мм ҡалынлыҡта таба ситенән бераҙ сығып торорлоҡ итеп йәйергә.
Ит менән картуфты шаҡмаҡлап турарға ла икеһен бергә ҡушырға. Ваҡлап туралған һуған, тоҙ, борос ҡушып болғарға кәрәк. Әҙер эслекте табалағы ҡамырға йәйеп һалып, ҡамырҙың ситен күтәреп ҡалдырырға. Өҫтөн ябыу өсөн ҡалдырған ҡамырҙы йәйеп, бәлеште ҡапларға. Ситтәрен матурлап ябырға. Ҡапҡасты уртанан тишеп, ҡамыр киҫәге менән ҡапларға.
Бәлеш 1–1,5 сәғәт тирәһе бешкәс, алдан әҙерләп ҡуйған һурпаны ҡойорға. Мейескә кире тығып, тулыһынса бешеп сыҡҡанын көтөргә кәрәк.
Фото: авторҙан.