Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар , 15:19

Бүләк отоуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! Яңы йылда ла беҙҙең менән бергә булырға ҡарар иткәндәргә – баҫмабыҙға яҙылыусыларға ҙур рәхмәт! Кемдәр өлгөрмәгән, бошонмағыҙ – 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, “Йәшлек” һеҙгә алдағы айҙан килә башлаясаҡ. Ошо көндәрҙә гәзитебеҙгә яҙылып, гәзитле лә, бүләкле лә булыу өсөн редакциябыҙға квитанцияларын ебәреүселәр араһында отош уйынын үткәрҙек.

Бүләк отоуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Бүләк отоуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Дуҫтарыбыҙ өсөн бағыусыбыҙ, эшҡыуар Артур Илбулов ярҙамы менән бензин бысҡыһы, мультибешергес, электр сепараторы, ит үткәргес, электр сәйнүге, афған ҡаҙаны, электр гриле кеүек шәп бүләктәр әҙерләгәйнек.

Һәм бына, бәхетлеләрҙе барланыҡ.

Бензин бысҡыһын Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Хәйрулла Ғөбәйҙуллин, мультибешергесте Салауат районының Йонос ауылынан Л. Ғөбәйҙуллина, ит үткәргесте Мәләүез районының Һәргәй ауылынан Ф. Ибраһимов, афған ҡаҙанын Өфө ҡалаһынан Флера Шәрипова, электр сепараторын Дыуан районының Арый ауылынан Лариса Бәйтуллина, электр сәйнүген Өфө ҡалаһынан Илнур Таңғатаров, электр грилен Ишембай районының Ишей ауылынан Әсмә Сәғәҙәтова отто.

“Йәшлек” гәзитенең Рәхмәт хаты һәм сәй сервизы менән Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылындағы почта бүлексәһе етәксеһе Рәйсә Казбекова, хат ташыусылар Рәмзилә Мырҙағолова һәм Зөләйха Сапарова бүләкләнде. Иң күп квитанцияның тап ошо бүлексәнән булыуы беҙҙе һоҡландырҙы.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң шәп бүләктәрен отоу мөмкинлеге лә бар.  Еңеүселәр «Сәләм» тапшырыуында лототрон ярҙамында билдәләнәсәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас