Тултырмаға әҙерләгән кеүек үпкә, бауыр, әҙерәк һум ит кәрәк. Йыуып бүрттерелгән ярты стакандай дөгө, бер баш һуған, тәменсә тоҙ, борос һалырға. Ваҡланған эс-бауыр һәм иткә тоҙ, борос ҡушып яҡшы итеп болғатып, ярма өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы яҡшылап болғап, ҡарынға тығып, йүрмәп тегеп ҡуйырға кәрәк.
Борон йүрмәне ошолай ҙа эшләгәндәр: эс-ҡарынды ваҡлап турап, ҡарынға тығып, тегеп, элеп ҡуйғандар. Яҙғыһын, ит ризығы әҙәйгәс, ашауға бына тигән әҙер ризыҡ!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.