

"Автопаркты яңыртыу халыҡтың һаулығын күтәреү буйынса милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Яңы автомобилдәр табиптарыбыҙға мөрәжәғәттәргә тиҙ арала яуап бирергә һәм алыҫ райондарға медицина ярҙамын ваҡытында килтерергә ярҙам итәсәк", - ти
баш табип Илшат Яппаров.
Машиналар дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешене лә ташыу өсөн иҫәпләнгән. Бының өсөн алғы ултырғыс боролош-күсмә механизм һәм тотҡа-ҡулса менән йыһазландырылған.