Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар , 10:30

Эй бөркөтөм...

ЮлайКәримовфотоһы

Эй бөркөтөм...
Эй бөркөтөм...

Эй бөркөтөм, Кеше яҙмыштары,
Үҙәндәрҙән аҡҡан йылғалай,
Әле ярһып, һибә күбектәрен,
Әле көләс — сәсрәп юрғалай.
Кешенең юҡ эше бейеклектә,
Хәстәре юҡ тауҙар үрендә.
Бик һирәктәр генә йөрөтә шул
Бөркөт рухын күңел түрендә.
Һөйлә, бөркөт, күктәр тәрәнлеген,
Айҡалышҡан болот шаңдауын,
Хәтерләтеп дәүер-дәүер иңрәр
Халҡым яҙмышының яу-дауын!..

Тамара Искәндәриә.

Юлай Кәримов фотоһы.

Беҙ max.ru/yeshlek_gaзета...

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас