Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января , 08:00

Етем балалар

ЮлайКәримовфотоһы

Етем балаларЕтем балалар
Етем балалар

Кәкүк әсәләр
Булған, буласаҡ.
Етем балалар
Тыуған, тыуасаҡ.
Кәкүк аталар
Булған, буласаҡ.
Улар булғанға
Болалар һәр саҡ!
Кәкүк балалар
Булған, буласаҡ,
Ата-әсәнең
Йәнен ҡыясаҡ!
Кәкүк хакимдар
Тыуған, тыуасаҡ,
Етем-еҫерҙең
Йәшен ҡоясаҡ.
Кәкүктән тыш та
Ҡазалар һәр саҡ
Ерҙә һәм күктә
Көтөп торасаҡ.
Бала йорттары
Булған, буласаҡ,
Ҡанды яраны
Илдә йыуасаҡ!

Тансулу Карамышева

Юлай Кәримов фотоһы

Беҙҙе МАХ-та ла уҡы!

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас