Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января , 18:00

Бишбармаҡ

Бишбармаҡ - һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ. Уны бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ, һыйыр, йылҡы, ҡош ите алына. Итте ваҡлап, һыуҙы артыҡ күп ҡоймай, самалап тоҙ һалып бешерергә.

Добавить в предпочтительные источники Google
БишбармаҡБишбармаҡ
Бишбармаҡ

Һалма баҫыу өсөн ике ҡуш ус он, бер йомортҡа һәм әҙерәк һурпа кәрәк. Ҡамырҙы баҫып, йоҡа итеп йәйеп, әҙерәк киптерәһең. Һуңынан һалманы эрерәк киҫәктәргә йәғни ҡулға тотоп ашамалы итеп ҡырҡырға. Картуфты айырым бешереп, тәрилкәгә ит менән һалырға, өҫтөнә ҡайнар һурпа ҡойорға. Өҫтөнә ваҡлап йәки балдаҡлап туралған һуған һибергә була.

Бишбармаҡты тәрилкәгә һалырға. Һурпаны ҡоротлап кәсә менән айырым бирергә була.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова