Миғраж кисендә, көнөндә ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжер-сауабы күп. Миғраж көнөндә тотҡан бер көнлөк ураҙа 100 көнгә торор, тиелә.
Миғраж һүҙе күккә күтәрелеү, ашыу тигәнде аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмдең, күктең бар ҡаттарын үтеп, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына күтәрелгән төн ул. Ошо изге кистә Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙҙе үҙенә саҡырып, бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән, мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән.
Миғраж кисендә уҡыу өсөн салауат, зекерҙәрҙе лә тәҡдим итәбеҙ.
«Нәриә» салауаты
«Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхәллү биһил-ғуҡадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡдаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәллектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!»
Көн дә әйтеү өсөн зекерҙәр
Мәғәнәһе: «Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак».
Мәғәнәһе: «Барлыҡ маҡтау – шөкөр Аллаһҡа».
Мәғәнәһе: «Аллаһ барыһынан да бөйөк».
Мәғәнәһе: «Аллаһ– бөйөк һәм бөтә маҡтауҙар Уға ғына, Аллаһ – бөйөк һәм ҡөҙрәт эйәһе».
Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа көс-ҡеүәт эйәһе юҡ».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә донъяла һәм ахирәттә яҡшылыҡ бир, беҙҙе йәһәннәм ғазабынан һаҡла. Әмин».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә теләгән һәр бер нәмә булыр. Аллаһы Тәғәлә теләмәгән нәмә һис булмаҫ».
Мәғәнәһе: «Аллаһтың ғәфү итеүен һорайым һәм уға тәүбә ҡылам»
Миғраж кисен Аллаһы тәғәлә ризалығында доғала үткәрергә насип итһен!
Беҙҙе Мах-та ла уҡы!