Был посылкаларға ҡул йылыһы ғына түгел, йөрәк йылыһы ла һалынған. Бында йыйылған әйберҙәр араһында йорт туҡмасы, йәшелсәнән салаттар, бал, лимон һәм имбирҙән эшләнгән дауалау сараһы, көс биреүсе шифалы фитосәйҙәр ҙә бар. Ҡышҡы каникулда балалар хаттар ҙа яҙып һалған. Махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк һәр посылка – өйҙән сәләм генә түгел, ул беҙҙең яугирҙарға хәстәрлекте тойорға ла ярҙам итә. Ебәрелгән аҙыҡ-түлек яугирҙарға ла ризыҡҡа яҙһын!
Фото: Т. АМАНОВ.