

Тултырма тултырыу өсөн үпкә, бауыр һәм әҙерәк һум ит алына. Шулай уҡ алдан йыуып бүрттерелгән ярты стакандай дөгө, бер баш һуған, тәменсә тоҙ, борос кәрәк. Ит тартҡыстан үткәрелгән эс-бауыр һәм иткә тоҙ, борос ҡушып яҡшылап болғарға. Шуға ярма өҫтәргә кәрәк. Бөтә массаны яҡшылап болғап эсәктәргә тултырырға.
Тултырманы башҡа иткә ҡушмай айырым кәстрүлдә бешерергә кәрәк. Ул талғын утта ике сәғәттәй бешә. Ярылмаһын өсөн оҙон энә менән бер нисә урындан тишкеләргә кәрәк була.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.