Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Января , 07:00

Файҙаланыу ваҡыты тамамланған лифттарҙың барыһы ла алмаштырылған

2023-2025 йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2 369 бинала дөйөм суммаһы 16,3 миллиард һумға 2 600 эш төрө башҡарылған. Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә «БР-ҙың төбәк операторы» фондының генераль директоры Павел Сафонов хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Атап әйткәндә, 2025 йылда 272 йорттоң ҡыйығы һәм 71 бинаның фасады ремонтланған. Бынан тыш, 623 лифт алмаштырылған, 107 йортта – һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ағыҙыу системалары, 38 йортта – электр менән тәьмин итеү, 26 йортта – йылылыҡ менән тәьмин итеү, 15 бинала газ менән тәьмин итеү системалары ремонтланған. Һөҙөмтәлә 130,9 мең кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкин булған..

Фондтың генераль директоры билдәләүенсә, Башҡортостан – 25 йыллыҡ норматив файҙаланыу ваҡыты тамамланған лифттарҙы тулыһынса алмаштырған тәүге төбәктәр иҫәбендә.

2026-2028 йылдарҙа 1 354 йортта 1 428 эш төрө башҡарыу, шул иҫәптән 856 бинаның ҡыйығын ремонтлау һәм 461 лифтты яңыртыу планлаштырыла.

– Фонд халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Капиталь ремонт эштәрен башлар алдынан техник күҙәтеү, подряд ойошмалары белгестәре ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, – тине Павел Сафонов. – Эштәрҙең сифатын контролдә тотоу уҙған йылда халыҡтан мөрәжәғәттәр һанын 2023 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәметеү мөмкинлеген бирҙе.

Башҡортостан Башлығы күп фатирлы йорттарҙа хәүефһеҙ йәшәүҙе тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән эштәрҙе, шул иҫәптән лифттарҙы алмаштырыу буйынса һөҙөмтәләрҙе юғары баһаланы.

– Был бик мөһим йүнәлеш. Халыҡҡа капиталь ремонттың нисек башҡарылыуы хаҡында мотлаҡ һөйләргә кәрәк, сөнки улар был эшкә үҙ аҡсаларын күсерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Автор:Айбулат Ишназаров