Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар , 15:49

Йылдың тәүге оператив кәңәшмәһенән иң мөһиме

❤️ 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.    

Йылдың тәүге оператив кәңәшмәһенән иң мөһиме
Йылдың тәүге оператив кәңәшмәһенән иң мөһиме

📈 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға матди ярҙам өсөн ике тапҡырға күберәк аҡса бүленгән. 2025 йылда был маҡсатта 30,8 млрд һум тотонолған. Һалдаттар һәм уларҙың ғаиләләре социаль ярҙамдың 54 төрөнә дәғүә итә ала, уларҙың 11-е уҙған йылда күрһәтелә башлаған.

📝 27 район-ҡалала МХО яугирҙарына ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асылған. Быйыл тағы ла 36 үҙәк эшләй башлай. Рәсәйҙең Оборона министрлығы Октябрьский һәм Мәләүез ҡалаларының үҙәктәрен өлгөлө тип билдәләй.

🏢 2025 йылда республикала 14 яңы социаль объект сафҡа индерелде. Улар иҫәбендә – Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы бассейндар, Мәләүездәге «Спартак» стадионы, Асҡын, Яңауыл, Учалы һәм Благовещендағы дауаханалар. Февраль айында Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында поликлиникалар асылыр, тип көтөлә.

🥣 Башҡортостан – мәктәп уҡыусылары өсөн махсус меню булдырған тәүге төбәктәр иҫәбендә. Был рационда балаларҙың диабет һәм сәләмәтлеккә бәйле башҡа сикләүҙәре иҫәпкә алына.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас