

Үҙ сығышында төбәк етәксеһе дауаланыусыларға теләктәшлек белдерҙе.
– Беҙ был бинаны яратып төҙөнөк. Ауыр тормош шарттарына эләккән кешеләр дауалана һәм көс туплай алһын өсөн, – тине Радий Хәбиров. – Бында ауырыған балалар бар. Бурысыбыҙ – уларға ярҙам итеү, мөмкин булғандың барыһын да эшләү. Һәм беҙ быны ихлас күңелдән башҡарасаҡбыҙ.
Республика Башлығы өлкәндәр һәм балалар менән аралашты, шулай уҡ учреждение коллективына рәхмәт белдерҙе, хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессионализмын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне.
– Һеҙ – бында йөрәк ҡушыуы буйынса эшләгән иҫ киткес кешеләр. Беҙ һеҙҙе бик хөрмәт итәбеҙ, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ, башҡарған эштәрегеҙҙе ҡәҙерләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе «Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбироваға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Хоспис кешеләр ярҙамынан һәм тейешле ойоштороу эштәренән тыш йәшәй алмай. Был ҙур һәм бик ҡатмарлы мәсьәлә. Мин Каринэ Владимировнаға бының өсөн рәхмәтлемен, ул бында үҙ көсөн йүнәлтте, – тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө хосписы 2023 йылдың йәйендә эшләй башланы. Был илдә паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн махсус проектланған берҙән-бер учреждение. Стационарҙа 32 өлкән тәрбиәләнеүсе һәм 21 бала дауалана. Учреждениеның күсмә хеҙмәттәре патронажы аҫтында Өфөнән һәм Өфө районынан 2 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ республиканың баш ҡалаһынан һәм Башҡортостандың 11 районынан 100-ҙән ашыу бала иҫәпләнә.
Хоспис эшләй башлағандан алып, унда 1,8 мең самаһы өлкән кешегә һәм 250-нән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. Бынан тыш, учреждение республикала паллиатив ярҙамды, шул иҫәптән медицина кадрҙарын әҙерләү һәм белгестәрҙең квалификацияһын арттырыу буйынса эште үҫтереү үҙәге булып тора.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров, хосписта булыу тормоштоң күп мәсьәләләренә һәм көндәлек мәшәҡәттәргә башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә, тип билдәләне.
– Беҙ ғәҙәти тормош менән йәшәргә күнеккәнбеҙ – йөрөй, һөйләшә, уйлай алабыҙ, даими ауыртыныуҙан йонсомайбыҙ. Ә бында – кеше менән булырға мөмкин иң ауыр осраҡтар, – тине Радий Хәбиров. – Республикала ошондай хоспис төҙөү тураһындағы ҡарар бик дөрөҫ булды. Был эштә ярҙам күрһәткән һәм әле лә дауаланыусыларға булышыуын дауам итеүсе предприятиеларға рәхмәт белдерәм.