Ҡырҡынсы тапҡыр ойошторолған бәйгелә быйыл Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, республикабыҙҙың район-ҡала еңеүселәре көсөн һынаны. Үткән йылда IX – XI кластан барлығы 316 бала ҡатнашһа, быйыл барлығы 372 уҡыусы килгәйне.
Һынауҙар, ғәҙәттәгесә, линияларға бүлеп үткәрелде, милли мәктәптәр, башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар, башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр эштәрҙе айырым үтәне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшы белгән ҡыҙҙар һәм егеттәр өс турҙа белемен күрһәтте: викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест эшләне, текст буйынса эш башҡарҙы, жюри ағзалары менән әңгәмә ҡорҙо.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһын ябыу тантанаһы Өфөнөң балалар филармонияһында үтте. Бүләкләү тантанаһы телһөйәр уҡыусыларҙы махсус бүләктәр менән тәбрикләүҙән башланды. Уларҙы яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыларға Өфө һәм фән технологиялар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бикманбей, «Йәншишмә" гәзите, "Аманат", "Аҡбуҙат" журналдары тапшырҙы. Күрше өлкәләрҙән килеүсе милләттәштәребеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бүләктәрен алып ҡыуанды.
Унан 1-се, 2-се, 3-сө линия буйынса призерҙар, еңеүселәр иғлан ителде. Еңеүсе булған һәм призлы урын алғандарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә телебеҙҙең һаҡсылары булып ҡалығыҙ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадаһы тураһында тулыраҡ "Йәшлек" гәзитендә уҡығыҙ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.