Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, 2025 йылда адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә республикала 76 социаль объект төҙөлгән, шуларҙың һигеҙе – өс милли проект сиктәрендә.
2025 йыл дауамында Башҡортостанда дөйөм алғанда 21 миллиард һумдан ашыуға 14 объект төҙөлөшө тамамланған. Улар араһында – Баймаҡ районының Урғаҙа ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылындағы мәҙәниәт йорто, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы бассейндар, Мәләүездәге «Спартак» стадионы, шулай уҡ Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә алты поликлиника төҙөлә. Мәҫәлән, декабрҙә Асҡында поликлиника асылды, ә Яңауыл, Учалы һәм Благовещендағы медицина учреждениелары лицензия алған һәм тиҙҙән пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Мәғариф өлкәһендә 2025 йылда бер нисә мәктәп, шул иҫәптән Өфө районының Шмидт ауылында Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге мәғариф үҙәге төҙөлөшөн тамамланылар. Ул 640 урынға иҫәпләнгән.
Бынан тыш, «Ғаилә» һәм «Йәштәр һәм балалар» милли проекттары сиктәрендә федераль средстволар йәлеп итеп, Нуғай ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлә башланы.
Рөстәм Ғәзизов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын яңыртыу хаҡында ла һөйләне. 2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 68 км – һыу менән, 4 км ашыу йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен ремонтлағандар.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең төҙөлөш һәм инфраструктура блогына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ бындай проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышында эштәрҙе ваҡытында үтәүҙең һәм сифаттың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.