Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар , 07:00

"Сәләмәт республика" акцияһы тураһында

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында «Сәләмәт республика» акцияһы хаҡында һөйләнеләр. Ул 2025 йылдың 21 апреленән 16 сентябренә тиклем үтте.

"Сәләмәт республика" акцияһы тураһында
"Сәләмәт республика" акцияһы тураһында

Былтыр табиптарҙың күсмә бригадалары 356 тораҡ пунктта булған. Улар 175 меңдән ашыу ҡабул итеү һәм 40 мең тикшереү үткәргән, 34 меңдән ашыу пациентты ҡабул иткән.

Акцияның төп маҡсаты — социаль әһәмиәтле һәм хроник инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм ваҡытында дауалау. Был ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, онкология ауырыуҙары, шәкәр диабеты, тын алыу ағзалары ауырыуҙары, шулай уҡ табип-белгестәр асыҡлаған төрлө патологиялар.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас