Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар , 16:05

МХО-ла һәләк булған атаһының бүләген яугирҙәргә оҙатҡан

Ниязғол ауылында йәшәүсе 9-сы класс уҡыусыһы Рамазан Хибәтуллин СВО-ға тип атаһы бүләк иткән «Патрон» мотоциклын тапшырған. Үкенесҡә ҡаршы, Илшат Хибәтуллин хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булған.

МХО-ла һәләк булған атаһының бүләген яугирҙәргә оҙатҡан
МХО-ла һәләк булған атаһының бүләген яугирҙәргә оҙатҡан

???? Минең өсөн был күңел асыу ғына, ә фронтта ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара аласаҡ, кемдеңдер атаһы өйгә ҡайтасаҡ, - тип аңлатҡан Рамаҙан үҙенең ҡылығын.

Егет атаһы менән ғорурлана һәм мотоциклында йөрөгән яугирҙың ҡулын ҡыҫырға хыяллана. Ул үҙе тормошон хәрби эш менән бәйләргә ҡарар иткән, ә хәҙер бөтә буш ваҡытын уҡыуға һәм хоккейға бағышлай. Уны ҡапҡасы булараҡ, «команданың һуңғы сиге» тип әйтәләр.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас