Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар , 12:00

Иҫәнғолда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылған

Ейәнсура районы үҙәгендә «Ғаилә» милли проекты аша яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Иҫәнғолда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылған
Иҫәнғолда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылған

Учреждениела ике акушер-гинеколог кабинеты бар, улар 11 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндерә ала. Эш өс табип участкаһы буйынса ойошторолған. Шулай уҡ медицина-социаль ярҙам кабинеты, терапия кабинеты эше ойошторолған. Профилактик тикшереүҙәр һәм диагностика үткәреү өсөн унда күҙәтеү кабинеты, ультратауыш диагностикаһы кабинеты һәм функциональ диагностика кабинеты бар. Шулай уҡ унда процедура кабинеты һәм манипуляция бүлмәһе, ике койкалы көндөҙгө стационар, регистратура һәм бала табыуға психопрофилактик әҙерлек кабинеты ҡоролған.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас