Әгәр һеҙ шикле йәки хужаһыҙ әйберҙе (сумка, пакет, ҡумта, төргәк һ. б.) тапһағыҙ, бер нисек тә уға ҡағылмағыҙ һәм уның эсендә нимә барлығын тикшерергә тырышмағыҙ!
Хәүефһеҙ араға (20-30 метр) китегеҙ, башҡаларға предметҡа яҡын килергә рөхсәт итмәгеҙ. 112-гә шылтыратығыҙ.
Кеҫә телефонын ҡулланмағыҙ - шикле предмет эргәһендә электромагнит импульстары шартлатҡыс ҡоролманың эшләтеп ебәреүенә сәбәпсе була ала.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының килеүен көтөгөҙ һәм уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итегеҙ.
Нимә ЭШЛӘРГӘ ярамай:
Предметҡа ҡағылыу, уны асыу, күсереү.
Шартлағыс ҡоролмалар темаһына шаяртыу-енәйәт эше!
Уяулыҡ-иң яҡшы һаҡланыу сараһы!
Шикле предмет тураһында хәбәр иткәндә, һеҙ яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ һәм ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәһегеҙ.