Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 18:00

106 йәшлек ветеранды Путин ҡотлаған

Өфөнөң Калинин районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фатиховаға 10 ғинуарҙа 106 йәш тулды.

106 йәшлек ветеранды Путин ҡотлаған
106 йәшлек ветеранды Путин ҡотлаған

Матур дата уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ветеранға ҡотлау ебәрҙе. Дәүләт етәксеһе открыткаһын Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һәм район хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов тапшырҙы.

Ветеран үҙ сиратында ҡунаҡтарға үҙенең шиғырҙарын уҡыны, тормошо һәм яҡындары хаҡында һөйләне.

"Мөсәйрә Фатихова — барыбыҙ өсөн дә сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ, Ватаныбыҙға һәм халҡыбыҙға һөйөү өлгөһө», - тип билдәләне Ғәзизйән Әхмәтйәнов.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас