Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Января , 08:45

Иң төп иғтибар - йәштәргә

“Вся Уфа” телеканалында БР йәштәр сәйәсәте министры кәңәшсеһе Вилдан Иҫәнгилдин республикала йәштәр сәйәсәтендә башҡарылған 2025 йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Иң төп иғтибар - йәштәргәИң төп иғтибар - йәштәргә
Иң төп иғтибар - йәштәргә

Белеүегеҙсә, министрлыҡ – йәш тармаҡ. Былтыр мартта БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡҡа үҙгәртелде. Министр кәңәшсеһе билдәләүенсә, 2025 йылда төп иғтибар яңы өлкәнең абруйын күтәреүгә йүнәлтелде.

“Беҙҙең йәштәр сәйәсәтендә эшләүсе белгестәрҙең компетенцияһын күтәреү буйынса ла ҙур эш башҡарылды. Һәр муниципалитетта йәштәр менән эш комитеттары, үҫмерҙәр клубтары бар. Ундағы белгестәрҙе уҡытыу ойошторолдо. Ай һайын семинарҙар булды. Квалификацияны күтәреү буйынса эш алып барыла. Әлбиттә, йыл дауамында сағыу саралар үткәрелде. Айырыуса студенттар өсөн. Мәҫәлән, Өфөләге Көрәш һарайында сентябрҙә “Студентҡа бағышлау” ойошторҙоҡ. Бынан тыш, ғинуарҙа республиканан ситтә уҡыусы студенттарҙы берләштергән “Дома” йыйыны йолаға әүерелде. Былтыр Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләүселәр көнө булдырылды. Ул июнь аҙағында билдәләнәсәк. Баш ҡалабыҙҙа үткән Йәштәр көнө лә 20 меңләп кешене йыя. Беҙҙең өҫтөнлөклө эштең йүнәлештәре йә форматы үҙгәреүе мөмкин, ә асылы шул уҡ ҡала – беҙ республикабыҙҙа йәш кеше бында үҫергә кәрәк һәм мөмкин икәнен тойһон, үҙе лә файҙа килтерһен өсөн тырышабыҙ”, – тине Вилдан Иҫәнгилдин.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда йәштәрҙе социаль проектлауға өйрәтеү буйынса комплекслы система булдырылған. Һәр төбәктә айырым форумдар ҙа үтә. Шуныһы яҡшы, ти белгес, БР Башлығы Радий Хәбиров йәштәр өлкәһенә ҙур иғтибар бирә. Ул былтыр төрлө берлек менән дә осрашты. “Уның 18 осрашыуы булды”, – тине телеканал журналисына министр кәңәшсеһе.

2026 йыл пландарына килгәндә, йәштәр ойошмалары, ситтә белем алыусы студенттар менән тағы ла тығыҙыраҡ эшләү маҡсаты бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас