

Автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пациентты ташыу өсөн иҫәпләнгән. Уны ташыу өсөн алғы ултырғыс боролош-күсмә механизм һәм тотҡа-ҡулса менән йыһазландырылған. Әгәр пассажир инвалид коляскаһынан күсә икән, креслоны йыйылған килеш урынлаштырыу өсөн багажникта урын ҡаралған, ул фиксация ҡайыштары менән йыһазландырылған.
"Һуңғы ике йылда беҙҙең дауахананың автопаркы алты автомобиль менән тулыланды. Улар амбулатор-поликлиника звеноһында эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Яңы автомобилдәр пассажирҙар өсөн дә, водителдәр өсөн дә уңайлы", - ти дауахананың баш табибы Алмаз Заһиҙуллин.