Ғәли Соҡорой беҙгә бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. Ул ҡушаматын үҙенең тыуған ауылы Иҫке Соҡор исеменән алған. Шағир мәҙрәсәлә белем ала һәм ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Уның улы Ғарифулла Кейеков та яҙыусы булараҡ билдәле.
Ғәли Соҡорой бик күп китаптар авторы. Улы Ғарифулла Кейеков тапшырған ҡулъяҙмалары Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында һаҡлана. Уның байтаҡ әҫәрҙәре әлеге көндә лә баҫтырылмаған.
Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе Ғәли Соҡоройҙоң иң ҙур әҙәби мираҫы булып тора. «Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәкриби Ғари» тигән тарихи-әҙәби әҫәре Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һаҡлана.
1996 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан билдәләнгән әҙип исемендәге премияға Кәүсәриә Шафиҡова, Фәрит Суфияров, Рәдиф Тимершин, Зинира Атнабаева һәм башҡалар лайыҡ була.
2001 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡоройға арналған йорт-музей асыла һәм Юғары Тәтешле ауылындағы бер урамға күренекле мәғрифәтсенең исеме бирелә.
Башҡортостанда быйыл Мөхәммәтғәли Кейековтың 200 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төрлө сара үткәреү күҙаллана. 12 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Тарих һәм мәҙәниәт: үткән, хәҙерге, киләсәк. Башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 200 йыл» тип аталған халыҡ-ара кимәлдәге Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.