Республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина “Башҡортостан” ДТРК-на биргән интервьюһында 2025 йылға йомғаҡ яһап: «Финанс яғынан еңел булманы. Шуға күрә, мәҫәлән, йәш ғалимдарға торлаҡ буйынса ярҙам сараһы күрһәтелмәне. Шулай ҙа ғилми тикшеренеү һәм университеттарға ҡорамалдар алыу өсөн күпмелер аҡса бүленде», — тип белдерҙе.
Шулай уҡ ул эре күләмле тикшеренеүҙәргә иғтибар бүленеүен билдәләп үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 2026 йылда республикала финанс ярҙам сараһы буласаҡ. Шулай уҡ 2026 йылда бюджет урындар һаны артыуы күҙаллана.
Был, иң беренсе нәүбәттә, инженер һәм аграр йүнәлешкә ҡағыласаҡ, шулай уҡ башҡа һөнәр буйынса ла күбәйәсәк.
«Илгә инженер һәм аграр өлкә генә етмәй. Педагог, табип, гуманитар өлкәләге ғалимдар – барыһы ла кәрәк. Шулай ҙа бөгөн иң кәрәклеһе – инженер», —тип белдерҙе Светлана Мостафина.
Фото: Валерий Шахов. Башинформ архивынан.