– Минең апайымдың ҡалҡан биҙе менән проблемалар бар ине. Гәрәбә муйынсаҡ таҡты. Заряд алһын тиеп, йәй көнө – ергә, ҡыш көнө гөл төбөндәге тупраҡҡа күмә ине. Аллаһтың рәхмәте менән учеттан төшөрҙөләр. Бер ҙә һалмай таҡты. Әсәй гәрәбә муйынсаҡты, ысын гәрәбә тип, Ташкенттан алып ҡайтҡан ине. Ул ваҡытта гәрәбәне табыуы ла ҡыйын ине, – ти Гөлсинә Ғәлимова.
Фото: Т. АМАНОВ.