Кешене үҙгәрткән осрашыуҙар була. Учалы районының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре менән «Беҙ бергә көс» төркөмө һоҡландырғыс ғаилә – Зөһрә Индус ҡыҙы, Ким Кашаф улы Закировтар менән танышҡан.
Закировтар ғаиләһенең йөрәгендә йөрөткән уңалмаҫлыҡ яра ла бар. Улар 2024 йылдың 14 февралендә улдары Римде юғалтҡан. «Зигзак» ҡушаматлы яугир, ата-әсәһенә әйтмәй, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. 31-се башҡорт полкында хеҙмәт итеп, батырҙарса һәләк була.
Ауыр юғалтыуға, атай кеше инсульт кисереүгә ҡарамаҫтан, Закировтар үҙ ҡайғыһына бикләнмәй, киреһенсә, улының иҫтәлеге изге эштәрҙә йәшәргә тейеш тип ҡарар итә. Бер йылдан ашыу Зөһрә Индус ҡыҙы аноним рәүештә яугирҙарға ҙур сумма күсереп, ярҙам итә. Ошо көндәрҙә ғаилә үҙҙәренең ВАЗ-2106 автомобилен дә алғы һыҙыҡҡа тапшырған. Ирекмәндәргә шулай уҡ госпиталь өсөн яңы инвалид коляскаһы ла алып биргәндәр.
«Нисек ярҙам итмәҫкә? Үҙебеҙҙекеләрҙең күп кенә шунда. Күберәк улдар ата-әсәһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын», – ти Закировтар.
Ысын ир-егет, герой ул тәрбиәләгән ғаилә үҙе лә батырлыҡ өлгөһө булып тора. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.