Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар , 19:00

Ярһыу ат

Ауылымда һаман хәтерләйҙәрМин яратҡан саптарҙы.Урамды бер итеп, атта һыбайСабып үткән саҡтарҙы.

Ярһыу ат
Ярһыу ат

Апай менән ҡушлап, эй сабабыҙ,
Ярыш ҡомары – беҙҙә!
Һөрән һалып ҡала бала-саға,
Күҙ ҡыҙырлыҡ шул беҙгә!

 

Атта сая сабыу, теҙген тотоу
Килә минең ҡулымдан!
Ярһыу атта елеү—ҡыпсаҡлыҡтан,
Килә быуын-быуындан.

 

Ат ярһыуы күскән күңелемә,
Шул ярһыулыҡ – ҡанымда.
Ярһыу ана шул ат ғүмер буйы
Сабып бара янымда!
Земфира Аҡбутина.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас