

Nestle балалар ҡатнашмаларын Рәсәйгә индереү һәм һатыу туҡтатылған. Һүҙ үткән йылдың 15 апреленән 27 ноябренә тиклем етештерелгән NAN, Nestogen һәм Alfare Amino ҡатнашмалары тураһында бара. Роспотребнадзорҙың лаборатория тикшеренеүҙәре цереулидтың булыуын асыҡлаған.
Цереулид йылыға сыҙамлы һәм продукцияны бүлмә температураһында һаҡлағанда барлыҡҡа килергә мөмкин. Ҡатнашмаларҙы ҡулланғандан ҡоҫоу һәм эс китеүе күҙәтелә. Был ҡатнашмалар мотлаҡ маркировкаланырға тейеш түгел. Рәсәй биләмәһендә асыҡланған партияларҙың әйләнеше тулыһынса тыйылған.
Фото: Т. АМАНОВ.