- Саф һауа – йәнгә дауа икәнен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ. Сыныҡҡан кеше бер ҙә ауырымаясаҡ. Ҡышҡы спорт тәнде лә сыныҡтыра, кәйефте лә күтәрә. Өйҙә телевизор, телефон, компьютерҙар артында ултырғансы, тышта йөрөү, уйындар уйнау күпкә файҙалыраҡ.
Бөгөн "Айыҡ ауыл" проектына ярашлы, Өмбәт урта мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар ойошторған саф һауала "Ҡышҡы ауылпиада" уйындары бик ойошҡан рәүештә үтте. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар, ауыл урамы шау-гөр килеп торҙо. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә, – тип хәбәр итәләр Ейәнсура районының «Айыҡ ауыл» төркөмөндә.
Ә һеҙҙең ҡышҡы ялдарығыҙ нисек үтә, дуҫтар?
Фото: Т. АМАНОВ.