Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Января , 10:00

Йүткерһәгеҙ, баш бармағығыҙға массаж яһағыҙ

Һәр бер бармаҡ ниндәйҙер ағза менән бәйле.

Йүткерһәгеҙ, баш бармағығыҙға массаж яһағыҙЙүткерһәгеҙ, баш бармағығыҙға массаж яһағыҙ
Йүткерһәгеҙ, баш бармағығыҙға массаж яһағыҙ

Мәҫәлән, баш бармаҡ үпкә, бронхалар, бауыр өсөн яуап бирә. Йүтәлләһәгеҙ, уға массаж яһап, йүтәлләүҙе бөтөрөргә була.

Имән (күрһәткес) бармаҡ ашҡаҙан- эсәк юлдары менән бәйләнгән. Тырнағығыҙға баҫһағыҙ, теш һыҙлауығыҙ баҫылыр. Бармаҡтың урта өлөшө ашҡаҙан, бауыр өсөн яуап бирә. Уның иң түбән өлөшө һәм баш бармаҡ менән күрһәткес бармаҡ араһындағы йомшаҡ урын йыуан эсәклек менән бәйле.

Урта бармаҡ ҡан әйләнешен яҡшырта. Сығанаҡ (Атһыҙ) бармаҡ нервыны тынысландыра, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолдора.

Сәтәкәй бармаҡ бөйөр эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Бөйөрөгөҙ ауыртһа, белгестәр сәтәкәй бармаҡҡа массаж яһарға кәңәш итә. Баш ауыртыуын ошо бармаҡ аша бөтөрөргә була.

Йөрәк тибешен кәметәм, арығанлыҡты бөтөрәм тиһәгеҙ, усығыҙҙың уртаһын ыуығыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас