Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар , 23:49

"Уңышлы йыл булды"

Ҡыш ауыл хужалығы өсөн - ҡыҫҡа тын алыу, яңы миҙгелде планлаштырыу ваҡыты, агро - сәнәғәт комплексының иртәгәһе көнөн тикшереү мәле. Башҡортостан аграрийҙары өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар бар? Ауыл эшселәрен яһалма зиһен алмаштыра аламы? Ошо өлкәлә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, республикабыҙҙын ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фазрахманов яуап бирҙе.

"Уңышлы йыл булды"
"Уңышлы йыл булды"

- Илшат Илдус улы, әйтегеҙ әле, беҙ республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ышана алабыҙмы?

- Беҙ сираттағы  йылды тамамланыҡ һәм беҙ бөтә аграрийҙар менән ышаныслы әйтә алабыҙ, республикабыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителде. Уңышлы йыл булды, рекорд та ҡуйҙыҡ.  Мәҫәлән, тарихта һәм бөтә совет осоронда беҙ беренсе тапҡыр миллион тоннаға яҡын майлы культуралар алдыҡ. Уңыш мул булды, мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө бер гектарҙан 500 центнер тирәһе тәшкил итте. 2,2 миллион тонна игенгә ихтыяж булғанда, беҙ 3,8 миллион тонна иген әҙерләнек.

Үкенескә күрә, продукциябыҙға хаҡтарҙың аграрийҙар өсөн уңайһыҙ булыуын күрәбеҙ. Һәм традицион бөгөнгө үҙҡиммәтте етештереү, ул беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Шуға күрә киләсәккә, иртәгәһе көнгә бөгөндән үк килергә тейешбеҙ. Хатта башҡа технологиялар, башҡа алымдар һәм, минеңсә, бөтөнләй икенсе фәлсәфәүилек.

- Бөгөн яңы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар аҡыллы технологиялар индереү өсөн ниндәй дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала?

- Беҙгә быйылдан  льготалы кредит ресурстары алыу мөмкинлеге бирҙеләр. Уның проценты 6,8 проценттан 9  процентҡа тиклем. 22 миллиард һумды беҙ бөгөн алып, файҙаландыҡ. Был аҡса банк аша, төп ставканы дәүләт хеҙмәтләндерә. Йәғни фермерҙар был ресурстарҙы ҡулланған өсөн ни бары 8 процентҡа тиклем генә түләй. Ҡайҙалыр ҡыҫҡа, йыллыҡ, маҡсатлы, әйләнеште тулыландырыуға, аҡса, ресурстарҙы файҙаланыу һәм һатып алыуға. Ә 22 миллиард һум - 15 йылға  тиклемге инвестиция кредиттары, бөгөн беҙ 17 миллиард һум самаһы теркәйбеҙ. Өҫтәүенә, тағы ла 10 миллиард һум самаһы коммерция кредиттары һәм яҡынса 5 льготалы лизинг. Йәғни бөгөн дәүләт фермерҙар өсөн баҙарҙағыға ҡарағанда арзаныраҡ финанс бирә. Йәғни был аҡсалар, был проценттар бизнестың әйләнешенән алынмай. Был -  бер. Икенсеһе - яңы технология өсөн  ярҙам мотлаҡ буласаҡ, әлбиттә. Был бик мөһим. Был шулай уҡ льготалы лизинг, ул льготалы кредит. Һәм, әлбиттә, аҙ булһа ла субсидиялар ҙа буласаҡ. Малсылыҡҡа ярҙам итеү бигерәк тә мөһим.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас