Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Января , 18:16

Проектта 64 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан

2025 йылда Башҡортостанда көмөш йәштәге 11 меңдән ашыу турист «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " проектында ҡатнашты, шуларҙың 10 меңгә яҡыны төбәк буйлап бер көнлөк турҙарҙа булһа, 1000-гә яҡыны Беларусь Республикаһына барҙы.    

Проектта 64 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡанПроектта 64 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан
Проектта 64 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан

Проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 47 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

– "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проекты 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡытта унда 64 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Проект унда ҡатнашыусыларҙың әүҙем социаль тормошо өсөн шарттар булдыра: берлектәге турҙар дуҫтарса бәйләнеш һәм оло йәштәгеләр өсөн аралашыу булдыра , - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проектының операторы - «Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Быйыл төбәктең 18 туроператоры уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты. Өлкән быуын кешеләре өсөн төрлө мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу, ҡатнаш туристик маршруттары әҙерләнгән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас