

Ике тәүлек буйына ята, хәле яҡшырмай. Хәлһеҙ ятҡан ваҡытта үлгән дуҫын төшөндә күрә: икәүләп урам буйлап йөрөйҙәр, аралашалар.
Төшөндә уның юҡ икәнен аңлаһа ла артыҡ борсолмай. Икәүләп урам башына мәрхүм дуҫының машинаһы эргәһенә килеп етәләр. Ул шул машинаһы менән бәрелеп үлгән була. Төш күргән ир машинаның ишеген асып, ултырмаҡсы була.
- Һиңә әле был яҡҡа барырға ярамай, ана теге яҡҡа кит, - тип ҡыуа мәрхүм дуҫы.
Ә ул яҡта ҡаты ауырыған ирҙең машинаһы тора. Мәрхүм дуҫы менән хушлашып, һәр береһе үҙ машинаһына ултырып, икеһе ике яҡҡа китә. Ошо төштән һуң ир кеше 40 градусҡа да юғарыраҡ температура менән уяна. Ә кискә температураһы төшә башлай, бер аҙнанан шәбәйә.
Шулай төшөндә дуҫы үҙе менән алып китмәйенсә йәшәргә кәрәклеген аңлата.