Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар , 20:42

Үлгән һарыҡтарҙың һаны 1250-гә еткән

 Бөрө районындағы Үзәт күлендә боҙ аҫтына киткән һарыҡтарҙы сығарыу эше һаман дауам итә.

Үлгән һарыҡтарҙың һаны 1250-гә еткән
Үлгән һарыҡтарҙың һаны 1250-гә еткән

Был эшкә 10 ҡотҡарыусы, 4 техника берәмеге йәлеп ителгән. Бөгөнгә 1250 һарыҡтың үләкһәһе сығарылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың 16 декабрендә йоҡа боҙ өҫтөнән сығып барғанда һарыҡтар көтөүе һыу аҫтына киткәйне. Фермер, һарыҡтарҙың хужаһы 20 миллион һумлыҡ зыян күрҙе.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас