Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар , 09:00

Күренекле табип ярҙамға ашыҡҡан

"31 декабрь көнө Өфө районының Михайловка ауылында машина менән китеп барғанда янғынды күреп, туҡтаныҡ. Барыһының да ҡото осҡан, бөтәһе лә янғын һүндереүселәрҙең килеүен көтә. Зыян күреүселәр бармы, тип һорайым. Мине күршеләргә ебәрәләр. Ә унда өйө янған әбей, өйөбөҙ янғанға мин ғәйепле, хәҙер беҙ ҡайҙа йәшәйәсәкбеҙ инде, тип бер бәләкәй малай илап ултыра.

Күренекле табип ярҙамға ашыҡҡан
Күренекле табип ярҙамға ашыҡҡан

Был бала янған өйҙә 3 бесәйе ҡалыуына бигерәк тә нығыраҡ борсола. Ҡатынымды кәрәкле дарыуҙар алырға дарыуханаға ебәрҙем.

Әбейҙе ҡосаҡлап, тынысландырырға тырышам. Унан малайҙың эргәһенә барып, нимә һөйләгәнен тыңлайым. Уларҙың араһында йөрөй торғас, икәүһе лә тынысландылар. Әбейҙең ҡан баҫымы нормаға килде, малай миңә һыйынып өндәшмәҫ булды. Унан "Тиҙ ярҙам" машинаһы килеп етте.

Малайҙың исемен һорайым. "Һеҙ мине беләһегеҙ ҙә инде, мин һеҙгә ашарға йөрөйөм",- тип яуаплай. Шунда беҙ ашатҡан мохтаж малайҙы танып ҡалдым", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә медицина фәндәре кандидаты, доцент, Шәмсетдинов исемендәге клиника директоры Альберт Шәмсетдинов.

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас