

«Штурм отрядында хеҙмәт иттем. Унда сираттағы заданиела етди яраландым. Алғы һыҙыҡта булғанда беҙгә гуманитар ярҙам, һүҙ менән дә ярҙам иттеләр. Яраланып өйгә ҡайтҡас, бер ҡайҙа ла үҙ аллы йөрөй алманым, миңә барыһы ла ярҙам итте. Хәҙер протездарға өйрәндем, махсус хәрби операциянан ҡайтыусыларға ярҙам итеүҙә ҡатнашырға теләйем», — ти Тимур Дәүләтбаев.
МХО ветераны ҙур ҡалаға күсеп, үҙен спортта ла һынап ҡарарға теләй. "Ватан һаҡсылары" фонды амбассадорҙары, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов менән аралашҡандан Тимурҙың ошондай хыялы ла барлыҡҡа килгән.
Ә күптән түгел Тимурға «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан ҡул менән идара ителгән автомобиль асҡыстары тапшырылды.
"Фондтан машина алыу мөмкинлеге тураһында һөйләгәндә, тәүҙә ышанманым. Бына, ғариза биргәндән һуң, дүрт ай үтте һәм мин асҡыстар алдым. Ярҙам өсөн фондҡа рәхмәт, хәҙер ,эш буйынса, күнекмәләргә, туғандарыма бара алам", - тип уртаҡлаша ветеран.
Аҡъярға руль артында Тимур үҙе юлланды, ә был - баш ҡаланан 500 саҡрымдан ашыу. Уның янында һәр ваҡыт - социаль координаторҙар, улар кәңәш, кәрәк- яраҡтар менән дә ярҙам итә.
Фото: Т. Аманов