Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Января , 06:00

Байназарҙа - батыр иҫтәлегенә хоккей турниры

Бөрйән районының Байназар мәктәбе эргәһендәге боҙ майҙансығында Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә райондың асыҡ хоккей турниры уҙҙы.  

Байназарҙа - батыр иҫтәлегенә хоккей турнирыБайназарҙа - батыр иҫтәлегенә хоккей турниры
Байназарҙа - батыр иҫтәлегенә хоккей турниры

Күсмә кубок өсөн ярыш  2017 йылдан алып 9 - сы йыл рәттән ойошторолдо. Турнирҙы башлап ойоштороусы, бик күп проекттар авторы - Байназар мәктәбе директоры  Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев. Уның инициативаһы менән 2017 йылдың ғинуар айынан алып уҙғарылып килгән был турнир - бөгөнгө көндә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, күп һанлы спортсмендарҙы үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ныҡ булышлыҡ итә.

Ҡатнашырға ҙур сәм менән Байназарҙың үҙенән "Байназар -1", "Байназар - 2", Яңы Усмандан "Тарыуал", Иҫке Собханғолдан "Бөрйән айыуҙары" командалары килгән. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырашында, уйынсыларҙы һәм уйын менән яныусыларҙы Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев сәләмләп, тантаналы рәүештә сәмле ярышты асҡандан һуң, Геройҙың әсәйе Таңһылыу Нурғәлина рәхмәт белдереп, ярышта барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, уларҙы матур уйындарға дәртләндереп, алға ынтылырға сәм уятты.

- Үтә лә ҡарлы көн булһа ла боҙ майҙансығында батырыбыҙ рухына үткән уйындар бик ҡыҙыу барҙы, Хоккейсыларҙың күңеле күтәренке, тырышлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан ине. Ярыш юғары кимәлдә, яҡшы үтте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Байназар мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, тренер, баш судья Флүр Хәлил улы Дәүләтшин.

Командалар өсөн янырға бик күп халыҡ килеүе ҡыуаныслы булды. Хатта күрше Яуымбай ауылынан дә күп килгәндәр ине. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса "Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин" күсмә кубогына ярышта еңеүсе Яңы Усман ауылының "Тарыуал" командаһы эйә булды. 2 - се урынды -  "Байназар -1" йәштәре, 3 -сө урынды Иҫке Собханғол ауылының "Бөрйән айыуҙары" йәштәр командаһы яуланы. "Байназар - 2" уҡыусылар командаһы дүртенсе урынға сыҡты. Командаларға күсмә кубок, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды.

Уйынсылар араһынан Байназарҙан Илназ Тләүсин -  "Бына тигән голкипер", Иҫке Собханғолдан Рамаҙан Бариев - "Иң шәп һаҡсы", Яңы Усмандан Морат Ишморатов  "Ҡурҡыу белмәҫ һөжүм итеүсе" исемдәрен яулап, Маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар менән бүләкләнде.  Йылдағыса Таңһылыу апай Нурғәлина призлы урын яҡлаусы командаларға шәхсән берәр мең премияһын тапшырҙы. Айырыуса яҡшы уйынсы уҡыусыларыбыҙ  Ғилемдар Дәүләтшинаға, Инсаф Бикмөхәмәтовҡа, элекке уҡыусыбыҙ, хоккейсы Ильяс Ситдиҡовҡа хоккей һынлы сувенирҙар бүләк ителде.

Өфөнән килгән мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, көслө хоккейсыбыҙҙың береһе Сынтимер Камил улы Ишҡыуатов һәр ҡатнашыусыға үҙе эшләгән "Спорт тауарҙары" магазинының бер меңлек ташламаға эйә булған сертификаттарын бүләк итеп ҡыуандырҙы. Туғыҙынсы тапҡыр Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн үткән хоккей ярыштары Ватаныбыҙға батыр ул тәрбиәләп үҫтергән ҡаһарманыбыҙҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлинаға ихтирам һәм оло хөрмәт билдәһе. Уйын майҙанынан батырыбыҙ рухы шат, илебеҙҙең күге аяҙ булһын, тигән матур теләктәрҙе әйтеп, бөгөнгө спорт сараһын ойоштороусыларға, бағымсыларға, ярышта ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт белдереп, алдағы йылдарҙа ла ярыштарҙа имен - һаулыҡта осрашырға насип булһын, тип, таралыштыҡ.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас