

Был барлыҡ өлкәгә лә ҡағылмай, юғары квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ кисергән өлкәгә генә ҡағыла. Быйыл түбәндәге белгестәрҙең хеҙмәт хаҡы артыуы көтөлә. Былтыр уларҙың эш хаҡы ошолай булған.
Программалаусылар: 284 меңдән ашыу; Финанс аналитиктары: 117 мең һум; Мәғлүмәт аналитиктары һәм машина өйрәтеү инженерҙары:247 мең һум. Киберхәүефһеҙлек белгестәре: 90 мең һум;
Продукт-менеджерҙар: 130 мең һум; Система инженерҙары: 92 мең һум. Аналитиктар быйыл эшсе һөнәрҙәренең дә хеҙмәт хаҡы үҫәсәген белдерҙе. Иретеп йәбештереүселәр: 178 мең һум; Юғары квалификациялы токарҙар: 185 мең һум;
Алыҫ юлға йөрөүсе водителдәр: 182 мең һум;
Кранда эшләүселәр һәм махсус техника машинистары: 142 мең һум;
Төҙөлөш инженерҙары һәм проектлаусылар: 107 мең һум.