Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 09:25

Рәжәп ауылы мәктәбенә - яңы ҡорамалдар

Белем усағы «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предмет кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тип хәбәр иттеләр Саҡмағош районы хакимиәтендә.

Рәжәп ауылы мәктәбенә - яңы ҡорамалдар
Рәжәп ауылы мәктәбенә - яңы ҡорамалдар

Ул «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған.

Яңы предмет белемде практик ҡулланыуға баҫым яһап, йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге, граждандар оборонаһы һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәрен берләштерә. Йыһазландырылған кабинет реаль хәлдәрҙе моделдәштереү, команда күнекмәләре һәм ғәҙәттән тыш шарттарҙа эш итеү күнекмәләрен өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас