Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 5 ғинуарҙа насар һауа шарттары хаҡында иҫкәртте. Республикала болотло һауа торошо, төндә (урыны менән уртаса), көндөҙ (көньяҡҡа табан көслө) ҡар яуыуы, буран сығыуы, ҡар һырынтылары көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 8-13 метр, урыны Менән секундына 20 метрға тиклем көсәйә. температура төндә -5, -15°C, көндөҙ -1, -6°C.
Өфөлә болотло буласаҡ, төндә бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ уртаса, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 8-13 метр, төндә секундына 18 метрға тиклем көсәйә. температура төндә -7, -9°C, көндөҙ -2, -4°C
Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов юл участкаларының ябылыуы тураһында хәбәр итте:
▪Краснохолм - Нефтекама (0-53 км) 21:00 04.01.26 тиклем.
▪Өфө-Бөрө-Яңауыл (33-214 км) һәм Дүртөйлө – Борай (0-63 км) 17:20 сәғәттә йөк машиналары һәм автобустар өсөн.
▪Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы (0-254 км) 17:50 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем.