Улар Өфө – Инйәр – Белорет, Белорет – Учалы – Мейәс, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Өфө – Иглин – Ҡыҙыл Тау – Павловка, Мишәһәр — Торналы — Мөрсәлим, Стәрлетамаҡ – Раевка, Магнитогорск – Ира, Иҫке Собханғол – Мораҡ кеүек 9 йүнәлештә алып барылды.
- Юлсылар Әбйәлил, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла, Салауат һәм башҡа райондарҙа участкаларҙы тәртипкә килтерҙе. Бында төп тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик объекттар, йәйге ял итеү урындары тупланған. Был юлдарға көсөргәнеш ярайһы уҡ юғары һәм тәүлегенә 1,5 меңдән 15 меңгә тиклем автомобиль тәшкил итә. Шуға күрә был юлдарҙы норматив хәлгә килтереү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим ине, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса юлсылар ҙур булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ туристик объекттарға алып барыусы юлдарға ҙур иғтибар бүлә.