Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар , 07:54

Урамда боҙлауыҡ булғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк!

Сайтта - Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты кәңәштәр тәҡдим итә: ⏬

Урамда боҙлауыҡ булғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк!
Урамда боҙлауыҡ булғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк!

- аяҡ кейемен дөрөҫ һайлағыҙ, ул йомшаҡ резинанан эшләнгән һәм ҡырлы табанлы булһын; 
 
- ашыҡмаҫҡа, киҫкен хәрәкәт итмәҫкә, һәр ваҡыт аяҡ аҫтына ҡарарға кәрәк; 
 
- аяҡтар бер аҙ иркен һәм тубыҡтарында бөгөлгән булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта кәүҙә бер аҙ алға ауышайһын; 
 
- ҡулды кеҫәлә тотмағыҙ, юғиһә йығылғанда уларҙы сығарып, нимәгәлер тотонорға ваҡыт етмәйәсәк. 
 
- боҙлауыҡта баҫҡыстар ҙур хәүеф тыуҙыра, мөмкин булһа, уларҙан ҡасығыҙ, әгәр был мөмкин булмаһа, баҫҡыстан төшөүҙә аяҡты баҫҡыс буйлап ҡуйырға кәрәк, тигеҙлекте юғалтҡан осраҡта бындай позиция йығылыуҙы йомшарта.

https://vk.ru/video-113823265_456242875

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас