✅"Кем Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә өндәшмәһен" (Имам Мүслим).
✅"Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Эсендә Аллаһ иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә, ә кешеләр араһынан Аллаһтан иң йыраҡ булғаны - ҡаты йөрәкле кеше" (Әт-Тирмиҙи). ✅Һәр беребеҙгә тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләп, хәйерле ғәмәлдәр ҡылып, ике донъя бәхетендә йәшәргә насип итһен. Атыр таңдарыбыҙ тыныс, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын! Раббыбыҙ бүләк иткән ғүмеребеҙгә рәхмәтле булайыҡ. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ . Әмин!