Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2025, 20:48

Яңы йыл менән,дуҫтарым!

Байрам тыуғас, ваҡыт булмаҫ, Бөгөн ҡотлайым әле... Барыбыҙ ҙа һау- сәләмәт, Бәхетле булайыҡ, йәме!

Яңы йыл менән,дуҫтарым!
Яңы йыл менән,дуҫтарым!

Иҫке йылды оҙатабыҙ...

Ҡайғы-шатлығы булды.

Кемдәрҙер Ерҙе ташланы,

Кемдәрҙер Ергә тыуҙы.

Үткәне үткәндә инде,

Күңелдәрҙә һаҡланыр...

Бары яҡшылыҡ теләйек:

Үтер юлдар сафланыр!

Барығыҙға бәхет булһын,

Дуҫтарым, туғандарым.

Аҡыл, тәүфиҡ, муллыҡ булһын,

Ейәндәр, балаларым!

Бәлә-ҡазалар ҡаҡмаһын

Бер кемдең дә ишеген.

Тик яҡшы хәбәрҙәр генә

Һәр көндө ишетәйек!

Йылмайыу ҡунһын иренгә,

Шатлыҡ ҡына теләйек!

Барыбыҙ ҙа Яңы йылға

Һөйөнөп барып керәйек!

Яңы йыл менән, дуҫтарым,

Яңы бәхеттәр менән!

Теләгем ихлас бит минең,

Ҡабул буласаҡ, беләм.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас