-1 °С
Болотло
Күпме йылдар, юлдар үтеп,
Киләләр улар арып.
Берәй йылға был аттарҙы
Ҡуяйыҡсы туғарып?
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Таратһын бүләктәрен,
Йылан уларға ҡалдырҙы
Мул һоло келәттәрен.
Яңы йыл да яҡынлашты,
Аттар ишек ҡағалар,
Ҡотло булһын Йылҡы йылы,
Еңел булһын дағалар!
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.