Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2025, 12:33

Эш сәфәре дауам итә

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Белоретҡа эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

Эш сәфәре дауам итәЭш сәфәре дауам итә
Эш сәфәре дауам итә

Флүс Ғәлимовтың ҙур ғаиләһе менән таныштым, - тип яҙа төбәк етәксеһе. - Үкенескә күрә, быйыл март айында ул хәбәрһеҙ юғалған. Уның ҡатыны һәм ете балаһы ҡалды. Сибәр, татыу балалар. Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Бындай ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күреү - беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип һәр ваҡыт әйтәм. Рәсәй Геройы Максим Рыбаковтың әсәһе Елена Геннадьевна менән улы тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү - бюст ҡуйыу тураһында килештек. Был һоҡланғыс ҡатын үҙе өсөн бер ни ҙә хорамай, ләкин райондың һәм тыуған ауылының эштәре өсөн бик борсола. Уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышырбыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Эш сәфәре дауам итә
Эш сәфәре дауам итә
Эш сәфәре дауам итә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас